

Урал океаны экваторҙа урынлашҡан була, йәғни бында тропиктар хакимлыҡ итә. Бер яҡтан, океанды боронғо Сибирия һәм Балтика континенттары уратҡан, икенсе яғын башҡа бер океандан утрауҙар теҙмәһе айырған. Был тирәлә әлеге Кариб диңгеҙендәге кеүек йылы, океан үҙе һай һыулы булған.
200 миллион йыл элек Балтика менән Сибирия ҡитғалары бәрелешеп, шул урында Урал тауҙары барлыҡҡа килгән, ә теге утрауҙар теҙмәһендә вулкандар тоҡанған, атылып, ауыр металдарҙы һәм рудаларҙы өҫкә сығарған (әлеге Магнитогорск шул теҙмәләрҙә тора). Ер кимәле күтәрелгәнлектән Урал океаны тағы ла һайыға төшкән, тар боғаҙға әйләнгән, бер аҙҙан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
ГОЛОНЕМА
Урал океаны заманын Девон дәүере тип атайҙар. Йәнә “балыҡтар эраһы” тип тә йөрөтәләр. Нәҡ шул заманда балыҡтарҙың бик күп төрҙәре хасил булған. Беҙҙең осорға ул замандың бөтә балыҡтары ла килеп етмәгән.
Голонема – панцирлы балыҡ. Уның төрө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, девон эраһында иҫән ҡала алмаған. Хәҙерге балыҡсылар өсөн шәп табыш булыр ине ул. Голонеманың оҙонлоғо ике метрға, йыуанлығы ярты метрға еткән. Ҡойроғонан башҡа бөтә кәүҙәһе ҡаты панцирь менән ҡапланған.
ГЕККЕРИТ
Ҙур булмаһа ла, ҡурҡыныс йәнлек булған ул. Оҙонлоғо 10 сантиметрға еткән, ул диңгеҙ терпеләренең алыҫ туғаны булған.
Кәүҙәһе ҡаты ҡабыҡ менән ҡапланған, шуға геккериттар яҡшы һаҡланған һәм өйрәнелгән. Ҡиәфәте менән сит планета затына оҡшаған. Һыуҙы һөҙөп, бактериялар һәм ваҡ планктон менән туҡланған.
ЦИКЛИД
Был йән эйәһе талпанға оҡшап торһа ла, ҡыҫала кеүектәр төрөнә ингән. Ҙурлығы тәңкә тиклем генә булған. Үҙ заманында үрсегән тәүге ылымыҡтар менән туҡланған.
Уралда табылған циклидтар төрөн “Кин-дза-дза” фильмы хөрмәтенә Prolatcyclus kindzadza тип атағандар. Ваҡ диңгеҙ заттары Урал океаны менән бергә юҡ булмаған. Ул һайыҡҡас, циклидтар ҡоро ергә сыҡҡан һәм тағы бер миллион йыл самаһы йәшәгән.
ТРИЛОБИТ ҺӘМ АММОНИТ
Былары – боронғо диңгеҙ фаунаһының иң билдәле вәкилдәре. Трилобит быуынтыҡ аяҡлыларға ҡараған, йәғни әлеге үрмәкестәрҙең элгәре булған. Ә аммонит – моллюск, боронғо кальмар.
Трилобиттар ҙа, аммониттар ҙа йәнлектәрҙең ҙур төркөмдәрен хасил иткән. Уларҙың үлсәмдәре төрлө булған. Ҡайһылары кеше буйы булған.
Боронғо моллюскылар шул тиклем күп булған, әлеге заманда ҡалдыҡтарын хатта ҡаҙыныуһыҙ ҙа осратыу ҡыйын түгел.
ПЛАНКТОН
Был бәләкәстәр тулыһынса үлеп бөтә һәм Урал океанының төбөн ҡаплай, артабан нефткә әйләнә.
Урал океаны планктон өсөн оло бер инкубатор булған. Боронғо микроскопик ҡыҫала кеүектәрҙең уларҙы ашап торған тәбиғи дошмандары ла булмаған.
МӘРЙЕН РИФТАРЫ
Боронғо океан төбөндә үҫеп сыҡҡан рифтар – ул дәүерҙән беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙән-бер ҡомартҡы. Улар океандың һайығыуын да, тектоник ҡуҙғалыуҙар менән вулкандарҙы ла кисергән.
Торатау – ана шуларҙың береһе. “Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары исемлегенә индерелгән. Был турала сертификат алғанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тине:
“Донъяла танылыу шуның өсөн ҙур әһәмиәтле, сөнки милли статусҡа халыҡ-ара кимәлдәге һаҡ та өҫтәлә. Был йүнәлештә системалы эште дауам итәсәкбеҙ”.
М. ЮЛАЕВА әҙерләне.