

Дәүләкән районының 5-се гимназияһы һәм Ҡаҙанғол ауылы мәктәбе уҡыусылары “Бумбатл” Бөтә Рәсәй макулатура йыйыу акцияһының республика этабы еңеүселәре булды.
“Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә барған был сарала 4-се лицей, Рассвет, Сергиополь ауыл мәктәптәре уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Дөйөм көс менән 3 893 кг макулатура йыйылды.
“Тәбиғәтте һаҡлау – мөһим эш. Балалар быға бәләкәйҙән өйрәнһә, шул иҫәптән макулатура йыйһа, улар изге эш башҡара. Ошондай ябай саралар балаларға хатта иҫке дәфтәрҙең дә ағасты ҡырҡылыуҙан ҡотҡарғанын күрһәтә. Бергәләп ҡағыҙ йыйып, беҙ тыуған төйәген ихлас яратҡан һәм һаҡлаған хәстәрлекле быуынды үҫтерәбеҙ”, – ти Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы Туймазы территориаль идаралығың төп эксперт белгесе Айнур Шафиҡов.
Сығанаҡ: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb