+24 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
7 Августа , 07:29

Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә

Сентябрҙә Магнитогорск ҡалаһында IV Бөтә Рәсәй балалар экологик форумының  II (көндөҙгө) этабы үтәсәк. “Экологик именлек” милли проекты булышлығында барған был ярышта Башҡортостан исеменән халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе булған уҡыусылар сығыш яһаясаҡ.

Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнәЙәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә

Сентябрҙә Магнитогорск ҡалаһында IV Бөтә Рәсәй балалар экологик форумының  II (көндөҙгө) этабы үтәсәк. “Экологик именлек” милли проекты булышлығында барған был ярышта Башҡортостан исеменән халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе булған уҡыусылар сығыш яһаясаҡ.

Онлайнда барған беренсе этапта Рәсәйҙең 51 субъекты коллективтары артабанғы этапҡа үтте. 17 номинацияның һәр береһендә өсәр лидер проект асыҡланды. Башҡортостандар “Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса иң яҡшы проект” номинацияһында тәүге өсәү иҫәбенә инде һәм артабан ярышыу хоҡуғын яуланы.

– Әлеге ваҡытта команда Республика экология-биология үҙәге хеҙмәткәрҙәре Эльвира Кәримова һәм Эльза Ғәббәсова етәкселегендә проектты яҡлауға әүҙем әҙерләнә. Командаға уңыштар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләйбеҙ, – ти БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

 

Сығанаҡ: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Йәш экологтарыбыҙ Бөтә Рәсәй балалар экологик форумы финалына әҙерләнә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас