+11 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
14 Августа , 10:51

Йәш экологтар күл буйын таҙартты

Туймазы районы Серафим махсус (коррекция) мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре менән бергә Ҡандракүл буйын таҙартырға сыҡты.

Йәш экологтар күл буйын таҙарттыЙәш экологтар күл буйын таҙартты
Йәш экологтар күл буйын таҙартты

Туймазы районы Серафим махсус (коррекция) мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре менән бергә Ҡандракүл буйын таҙартырға сыҡты.

Балалар “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә барған “Рәсәй һыуҙары” акцияһына ҡушылды. Улар күмәкләп 500 метрлап аралыҡта яр буйҙарын намыҫһыҙ ял итеүселәрҙән ҡалған  сүп-сарҙан таҙартты. Һигеҙ тоҡ пластик шешә, ҡаптар һәм башҡа төрлө ҡалдыҡтар йыйып алдылар.

«Беҙҙең балалар өсөн бындай сәфәрҙәр — хеҙмәт терапияһы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә тыуған яҡҡа һәм тәбиғәткә һөйөү дәресе лә. Улар үҙ эшенең һөҙөмтәһен күрә, таҙа һыу ҡәҙерен аңлай һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға өйрәнә.  Беҙ республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ тәбиғәт хазиналарын һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ менән ғорурланабыҙ.  „Ҡандракүл“ паркы дирекцияһына ярҙамдары өсөн рәхмәт», — ти махсус мәктәптең директоры Рәшит Аҙнағолов.

 

Сығанаҡ: Туймазы район хакимиәте.

*** 

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас