+25 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
24 Августа , 07:23

Белоерт йәш натуралистары – Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Белорет ҡалаһы Йәш натуралистар станцияһы командаһы “Открывай страну” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булған.

Белоерт йәш натуралистары  – Рәсәй конкурсы еңеүсеһеБелоерт йәш натуралистары  – Рәсәй конкурсы еңеүсеһе
Белоерт йәш натуралистары – Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Белорет ҡалаһы Йәш натуралистар станцияһы командаһы “Открывай страну” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булған.

Конкурсты “Беренселәр хәрәкәте” үткәрә.

Беҙҙекеләр “Открывай страну. Походы” номинацияһында иң алдынғы булған. Еңеү еңел генә яуланмаған, әлбиттә. Һайлап алыу этабында  белореттар бөтә илдән 35 меңдән ашыу  ҡатнашыусыны үтеп киткән.

Еңеүселәргә Ҡарасәй-Черкес Республикаһындағы Теберда ҡалаһына фәнни экспедиция бүләк иткәндәр. Балалар унда уҡытыусылары менән барған. Улар  данлы Теберда милли ҡурсаулығы буйлап сәйәхәт иткән һәм ғилми күҙәтеүҙәр менән шөғөлләнгән.

Фото: Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов / социаль селтәрҙәр

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас