

Нуриман районының йәш урман белгестәре көҙгө урман эштәрен башланы. Беренселәрҙән булып Яңы Күл ауылының М.Х. Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығы тәрбиәләнеүселәре эшкә төштө. Уларҙың ағас ултыртыу эштәре “Экологик именлек” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.
Балалар ауылдағы обелиск эргәһенә ҡырым ҡарағайы үҫентеләрен ултыртты. Был үҫентеләрҙе уларға Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов бүләк иткәйне.
Министрлыҡ етәксеһе Нуриман районына шефлыҡ итә. Күптән түгел бер килгәнендә ул уҡыусыларҙың тармаҡ эшендә бик мауығып, ихлас ҡатнашҡанын күрҙе һәм мәктәп яны питомнигына ағастарҙың һирәк тоҡомдарын ебәрергә вәғәҙә итте.
Ошо көндәрҙә балалар остаздары ярҙамында бүләк үҫентеләр өсөн тупраҡты әҙерләне, бөтә агротехник сараларҙы күрҙе һәм үҫентеләрҙе сәсте. Артабан йәш урман белгестәре бәләкәс ағастарҙы тәрбиәләйәсәк, уларҙың ерегеп китеүен һәм үҫешен даими күҙәтәсәк.
Киләсәккә йәш урмансылар, үҫеп еткән ҡырым ҡарағайы орлоҡтарын йыйып, питомникта был ағасты күпләп үрсетә башларға план ҡора.
Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы.
“Аманат” журналының MAКС-тағы каналына яҙылығыҙ, дуҫтар: max.ru/amanatrb