+12 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
15 Октября , 06:44

Фәриҙә Хафизова зәғифләнгән аҡҡошто ҡотҡарған

Ҡариҙел районында кешеләр ауыл янындағы күлдә яңғыҙ аҡҡош йөҙөп йөрөгәнен күрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәриҙә Хафизова зәғифләнгән аҡҡошто ҡотҡарғанФәриҙә Хафизова зәғифләнгән аҡҡошто ҡотҡарған
Фәриҙә Хафизова зәғифләнгән аҡҡошто ҡотҡарған

Ҡариҙел районында кешеләр ауыл янындағы күлдә яңғыҙ аҡҡош йөҙөп йөрөгәнен күрә. Аҡҡоштоң зәғиф икәне күренә, ул тулыһынса тиерлек һуҡырайған. Тоторға бик тырышһалар ҙа, килеп сыҡмай – кеше килә башлаһа, ҡош күл уртаһына китер була.

Ауыл кешеләре араһынан Фәриҙә Хафизова аҡҡош эргәһенә үҙе генә килеп, тегене ашатып ҡарарға була. Бына ғәжәп: аҡҡош ул саҡырғанға эргәһенә килә, ҡулынан ашай. Ҡоштоң  бер күҙенә аҡ һалған, бөтөнләй күрмәй, икенсеһе шешкән.

Фәриҙә апай ҡошто алып ҡайта, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Шунан Өфөгә алып китә.

“Пин и Пуф” ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе Дмитрий Стрельников әйтеүенсә, ҡошто тикшереп, дауалаясаҡтар. Һауыҡҡас,  уны Фәриҙә апайға ҡайтасаҡтар.

Бына шулай итеп, изге күңелле Фәриҙә апай күл күрке булып йөҙә торған ғорур аҡҡошто ҡотҡарған.

 

Фото: Дмитрий Стрельников / “Пин и Пуф” ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге / Башинформ.

Видео: Фәриҙә Хафизова / “Пин и Пуф” ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас