-2 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
23 Октября , 08:08

Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?

Был араларҙа киске шәфәҡтәр һушты алғыс матур.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?
Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?

Был араларҙа киске шәфәҡтәр һушты алғыс матур. Ниндәй генә төҫтәр юҡ уларҙа, бигерәк тә алһыу, ҡыҙыл, әфлисун төҫтәре сағыу күренеш хасил итә. Ни сәбәпле тәбиғәт былай йомартланып китте икән? Белгес яуап бирә. Баҡһаң, сәбәбе ул тиклем ҡыуанырлыҡ  та түгел икән.

Өфө ҡала планетарийы астрономы Тамара Денисова аңлата.

Өфөлә байтаҡтан ямғыр булғаны юҡ. Шунлыҡтан һауала туҙан һәм аэрозолдәр (томан, һыу бөртөксәләре, төтөн, саң, смог киҫәксәләре) йыйылып киткән. Байыған саҡта Ҡояш офоҡтоң ситендә үк тора, шуға нурҙары беҙгә килгән саҡта көндөҙгөгә ҡарағанда күпкә ҡалыныраҡ атмосфера ҡатламы аша үтә.

Һауа ҡатламы аша үткәндә яҡтылыҡ башлыса спектрҙың зәңгәр өлөшөндә тарҡала. Һөҙөмтәлә беҙгә күберәк ҡыҙыл, һары, һары ҡыҙыл нурҙар килеп етә. Яҡтылыҡтың юлы оҙонайған һайын зәңгәр нурҙары юғала, ҡыҙылдары күбәйә бара. Атмосферала саң-туҙан, бөртөксәләр, киҫәксәләр ни тиклем күберәк булһа, ҡыҙыл төҫтәр ҙә сағыуыраҡ була. Байып барған ҡояштың нурҙары болоттарға ла төшә. Болоттар иһә беҙҙе төҫлө “келәм” менән ҡыуандыра. Ҡыҙыл ҡояш байышы иртәгәһе көндөң дә ҡоро килеренә ишара.

Белгес менән “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе һөйләшкән.

Фото: Ксения Калинина / Башинформ.

Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?
Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?
Ниңә киске шәфәҡ шул тиклем матур?
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас