-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
12 Февраль , 13:59

Йәнһүрәтте кем төшөрә?

Кемдәр төшөрә ул йәнһүрәттәрҙе? Ә киноларҙы? “Эх, ҙурайғас, мин дә шундай ерҙә эшләһәм ине!” – тигән уй кермәй ҡалмайҙыр ҡайһы бер балаларҙың башына.

Йәнһүрәтте кем төшөрә?
Йәнһүрәтте кем төшөрә?

Кемдәр төшөрә ул йәнһүрәттәрҙе? Ә киноларҙы? “Эх, ҙурайғас, мин дә шундай ерҙә эшләһәм ине!” – тигән уй кермәй ҡалмайҙыр ҡайһы бер балаларҙың башына.

Киләсәген ошо тармаҡ менән бәйләргә теләгән йәштәргә әллә ҡайҙа Мәскәүҙәргә барып тораһы ла түгел. Үҙебеҙҙә бына тигән шарттар тыуҙырыла. Киләсәктә киносы йә йәнһүрәт эшләүсе булырға хыялланған, кәрәкле һәләттәре булған  балаларға, үҫмерҙәргә юлдар асыҡ.

Башҡортостанда анимацион кластер эшләй. Ул Өфө сәнғәт училищеһын (колледж), “Муха” һәм “ArtWall” анимация студияларын, “Башҡортостан” киностудияһын, Креатив индустриялар мәктәбен (Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай) берләштерә. Йәнә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында  “Кино һәм телевидение” тигән курс бар.

Анимация кластеры Өфө вуз-ара кампусында урынлашҡан. 200 квадрат метр майҙанда  80-ләп кеше Рәсәйҙә сыға торған йәнһүрәттәр өсөн һүрәт төшөрөү менән мәшғүл.  Улар күбеһенсә анимация һөнәренә уҡып йөрөгән йәштәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото: kulturarb.ru.

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас: