-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
9 Ноябрь 2025, 23:15

Абҙандар “АПК донъяһы”нда булды

8 ноябрҙә Архангел районы Абҙан урта мәктәбенең 8, 9, 11-се синыф уҡыусылары Өфөгә Башҡорт дәүләт аграр университетына “АПК донъяһы” һөнәрҙәр ҡалаһына барҙы.  Балалар ауыл хужалығында ҡулланылған технологиялар менән танышты, хәҙерге заман аграрийҙарының нисек эшләгәнен ҡараны.

Абҙандар “АПК донъяһы”нда булды
Абҙандар “АПК донъяһы”нда булды

Уҡыусыларға тотош Рәсәй географияһына һәм илдең агросәнәғәтенә сумыу мөмкинлеге тыуҙы.  Фермерҙар мәктәбендә генетика һәм селекция менән таныштылар.  Агролабораторияла ауыл хужалығы дрондарынан алып  агрометеостанцияға тиклем цифрлы технологияларҙың ҡулланылышын күрҙеләр. Фермаларға һәм производство цехтарына VR-экскурсияларға барҙылар. Сәләмәт туҡланыу буйынса белемдәрен киңәйттеләр,  үҙ аллы "Файҙалы тәрилкәләр" төҙөнөләр. Балаларға сәфәр бик оҡшаны. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

Сығанаҡ: Абҙан урта мәктәбенең ВК төркөмө.

Абҙандар “АПК донъяһы”нда булды
Абҙандар “АПК донъяһы”нда булды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас