-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
26 Февраль , 17:10

Урта һөнәри белем биреү өлкәһенә үҙгәрештәр индерелә

Рәсәйҙә урта профессиональ белем биреү системаһын тамырҙан үҙгәртеү бара. Бынан ары "урта профессиональ" урынына ул "махсус профессиональ" тип йөрөтөләсәк.

Урта һөнәри белем биреү өлкәһенә үҙгәрештәр индерелә
Урта һөнәри белем биреү өлкәһенә үҙгәрештәр индерелә

Рәсәйҙә урта профессиональ белем биреү системаһын тамырҙан үҙгәртеү бара. Бынан ары "урта профессиональ" урынына ул "махсус профессиональ" тип йөрөтөләсәк.

Ил Хөкүмәте күләмле модернизация үткәрә. Уның маҡсаты – уҡыу аудиторияһы менән завод цехы араһындағы сикте юҡ итеү, йәғни уҡыусыларға ғәмәлдә ҡулланыла торған белемдәр биреү.

Реформаның тәүге емештәре күренә лә башлаған: 350 мең йәш белгес "Профессионалитет" проекты сиктәрендә тәүге дипломдарҙы ҡулына алған. Программаның асылы шунда: уҡыу пландарын теоретиктар түгел, ә буласаҡ эш биреүселәр яҙа. Студенттар беренсе курстан уҡ бөгөн һәм әле аныҡ предприятиеларҙа кәрәк булған күнекмәләр ала.

Юғары технологиялар секторҙарына айырым иғтибар бирелә. РФ Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин билдәләүенсә, "Алдынғы инженер мәктәптәре" һәм "Приоритет–2030" проекттарына ярашлы, Рәсәй вуздары эре бизнес менән берлектә донъя кимәлендәге һөҙөмтәләр күрһәтә лә инде. Был йәһәттән Михаил Мишустин Башҡорт дәүләт медицина университетында регенератив хирургия өсөн уникаль биоматериалды сериялы етештереү башланыуын телгә алды.

Белем биреү стандарттарын яңыртыу эше РФ Дәүләт Думаһы һәм Совет Федерацияһы менән берлектә алып барыла.

Хөкүмәт рәйесе ил алдында торған үҙгәрештәр тураһында Дәүләт Думаһында йыллыҡ отчет менән сығыш яһағанда һөйләне.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас