Яҙ – баҡсасылар өсөн хәл иткес осор. Оҙаҡ көттөрмәй генә ер ҡарҙан әрселер. Тупраҡ йылына башлаһа, йылытмаға, унан түтәлдәргә орлоҡ сәсә, үҫентеләр сығарып ултырта башларбыҙ.
Йәшелсәселек, үҫемлекселек өсөн ҡыҙыу осор етә. Уҡыусылар араһында баҡсасылыҡ менән ата-әсәһе ҡушҡанға ғына түгел, ә ҡыҙыҡһынып, үҙе теләп шөғөлләнеүселәр байтаҡ, улар ҙа яҙғы мәшәҡәттәргә сумырға дәртләнеп торалыр, моғайын.
Мәктәптәрҙең тәжрибә участкаларында ғәҙәттә биология уҡытыусылары балаларҙы сәскә, йәшелсә үҫтереү серҙәренә өйрәтә.
Башҡортостандың ҡайһы бер мәктәптәрендә агросиныфтар эшләй. Унда уҡыусылар өсөн үҫемлекселек – уҡыуҙың бер өлөшө. Әлеге уҡыу йылында Нуриман районы Байгилде лицейында һәм Бүздәктең 1-се мәктәбендә агросиныф асылды. Әлшәй, Шишмә районы мәктәптәрендә агросиныфтар әүҙем эшләй.
Йылдан-йыл илдең агросәнәғәт тармағы үҫә бара, технологиялар ҡатмарлаша. Ауылдарҙа балаларҙың йәшелсә-емеш, ашлыҡ, еләк, сәскә үҫтереү технологиялары менән танышыуы тармаҡты киләсәктә белгестәр менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ. Ә тармаҡҡа кадрҙар күп кәрәк, сөнки илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү киләсәк өсөн бигерәк тә мөһим.
Башҡортостанда ауыл хужалығы өсөн бик файҙалы минераль ашламалар, ауырыуҙарға ҡаршы препараттар уйлап таба һәм етештереп һатыуға сығара торған ойошма – "БашИнком" фәнни-файҙаланыуға индереү предприятиеһы бар. Уның продукцияһын күптәр ҡуллана.
Шуныһы: "БашИнком" үҙе лә уҡыусыларҙы үҫемлекселеккә йәлеп итеү өсөн күпте эшләй. Ул агросиныфтар менән хеҙмәттәшлек итә, продукцияһын мәктәп яны участкаларында һынау буйынса тәжрибә-конкурстар үткәрә.
Предприятие белгестәре биология уҡытыусылары алдында ла сығыш яһай. "Башинком"дың директор урынбаҫары Мария Кузнецова, биолог Гүзәлиә Әбйәлилова яңы эшләнмә – АС-35 биотехнологияһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә. АС-35 составына "Кормилица Микориза", "33 Богатыря", "Фитоспорин" һәм "Гуми" биопрепараттары ингән.
Былтыр уҡыусылар, "Тере Тупраҡ" төбәк проекты барышында АС-35-те ҡулланып, тәжрибә участкаларында һынауҙар үткәргән һәм уңыш өсөн файҙалы икәнен күргән. Йәшелсәләр витаминдарға һәм минералдарға байыған. "БашИнком" белгестәре раҫлауынса, биопрепаратһыҙ үҫтерелгән йәшелсәләр менән сағыштырғанда, биопрепараттар ҡулланып үҫтерелгән йәшелсәләрҙең файҙалылыҡ дәүмәлен бергә ҡышһаң, ул 800 процентҡа етә. Ни тиһәң дә тиҫтәләрсә йылдар буйы файҙаланылған ер туҡлыҡлы матдәләргә бик ныҡ ярлылана, шуның өсөн йәшелсә-емештәрҙә, ярмаларҙа витамин-минералдар бик наҡыҫ була.
Баҡса үҫтергәндә фән ҡаҙаныштарын ҡулланыу уңыш сифатын һис шикһеҙ күтәрә.
ФОТО: уҡыусылар "БашИнком"дың биотехнологиялары менән таныша (БашИнком / ВК).