Хәйбулла районында Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының "Маркшейдерлыҡ эше" төркөмөндә практик дәрестәр башланған.
Маркшейдерлыҡ – тау ғилеменең ер аҫтында һәм өҫтөндә арауыҡ геометрияһы үлсәмдәрен алыу менән шөғөллөнеүсе тармағы.
Студенттар нивелирҙар менән эшләргә өйрәнә, ялан съемкалары башҡара, үлсәүҙәрҙе бик теүәл алырға өйрәнә. Практика теорияны нығытып ҡына ҡалмай, ә яуаплылыҡ, ваҡ-төйәк кеүек күренгән деталдәргә лә иғтибар итә белеү кеүек сифаттарҙы үҫтерә, коллективта эшләргә өйрәтә.
Яңы белемдәр һәм күнекмәләр үҙләштереү "Йәштәр һәм балалар" милли проекты маҡсаттарына ярашлы бара.
Сығанаҡ: Хәйбулла район хакимиәте.