+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Замана һөнәрҙәре
17 Апреля , 06:51

Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барған

Дәүләкән районы лицей-интернатының 9-сы “Б” синыфы уҡыусылары Сергиополь ауыл Советы депутаты, ауыл хакимиәте башлығы Әнүәр Абдуллин менән осрашҡан. Был осрашыу Урындағы үҙидара көнөнә арналған.

Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барғанДәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барған
Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барған

Дәүләкән районы лицей-интернатының 9-сы “Б” синыфы уҡыусылары Сергиополь ауыл Советы депутаты, ауыл хакимиәте башлығы Әнүәр Абдуллин менән осрашҡан. Был осрашыу Урындағы үҙидара көнөнә арналған.

Балалар урындағы властарҙың эше менән танышҡан.

Шунан балаларҙы Ҡаранбаш ауылындағы А.В. Гаус фермер хужалығына алып барғандар.

Техника тиһәң, малайҙар донъяһын онота бит. Улар заманса ауыл хужалығы паркын ҡарап кинәнгән.

Тракторҙар, сәсеү комплекстары, мал аҙығы таратҡыстар, “КамАЗ”дар теҙелеп тора бында. Белгестәр мащиналарҙы баҫыу эштәрендә, иген урыу һәм йыйыуҙа, бесән әҙерләүҙә нисек файҙаланыуҙары тураһында һөйләгән. Үҫемлектәрҙе эшкәртеү препараттарын һиптергестәр, культиваторҙар нисек эшләгәнен аңлатҡан. МБигерәк тә мөһабәт ашлыҡ киптергес уҡыусыларҙың иғтибарын тартҡан.

Сығанаҡ: Дәүләкән районы лицей-интернаты / ВК.

 

Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барған
Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барған
Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусылары фермер хужалығына барған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас