+19 °С
Ясно

Борайҙа агротехнологик синыф асыла

Борай ауылының   3-сө мәктәбендә “Биотехнология” профилле агротехнологик синыф асыласаҡ. Уҡыусылар һөт эшкәртеүҙең заманса технологияларын өйрәнәсәк, тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк, эксперименталь аҙыҡтар уйлап табасаҡ.

Борайҙа агротехнологик синыф асылаБорайҙа агротехнологик синыф асыла
Борайҙа агротехнологик синыф асыла

Борай ауылының   3-сө мәктәбендә “Биотехнология” профилле агротехнологик синыф асыласаҡ. Уҡыусылар һөт эшкәртеүҙең заманса технологияларын өйрәнәсәк, тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк, эксперименталь аҙыҡтар уйлап табасаҡ.

Мәктәп педагогтары Башҡортостан дәүләт аграр университетында сыр әҙерләргә өйрәнеп ҡайтҡан да инде.

“Победа” ЯСЙ-һы етәксеһе Рәмзил Низаметдинов проектҡа ярҙамлашасаҡ, ул лабораторияны йыһазландырыуҙа ҡатнашасаҡ.

Агротехник синыф асыу уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа һәм агросәнәғәт өсөн кадрҙар әҙерләүҙә булышлыҡ итәсәк. Ул “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты маҡсаттарында тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Борай район хакимиәте.

#кадры_в_АПК

#агротехсиныфтар

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас