+13 °С
Дождь

Уҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткән

Башҡортостан райондарынан 70-ләп бала киләсәккә барып ҡайтҡан! Улар “Экспедиция 2075: донъя реконструкцияһы” тигән квеста ҡатнашҡан.

Уҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткәнУҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткән
Уҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткән

Башҡортостан райондарынан 70-ләп бала киләсәккә барып ҡайтҡан! Улар “Экспедиция 2075: донъя реконструкцияһы” тигән квеста ҡатнашҡан. Балалар өсөн ғилем байрамы  Евразия фән һәм белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткән. Ул йәш быуынды хәҙерге технологиялар, фән, ижад, киләсәк профессиялары менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған.

 

“Экспедиция 2075: донъя реконструкцияһы” квесының концепцияһын “Берлога” киберфизик инновациялар оҫтаханаһы эшләгән, ә кампус ғәмәлгә ашырған.

Сараны асыу тантанаһынан һуң балалар командаларға бүленә һәм һәр команда өсөн төҙөлгән маршрут буйынса кампустың тематик майҙансыҡтары буйлап юлға сыға. Һәр туҡталыш хәҙерге фән, ижад йә технология йүнәлештәренең береһен сағылдыра. Ә оҫталыҡ дәрестәрендә балалар инженер, тикшеренеүсе, дизайнер, эшләнмәсе, медиаконтент ижад итеүсе булып ҡарай.

Шулай итеп, уҡыусылар замана профессиялары, фән һәм технологияларҙың перспективалы йүнәлештәре  менән танышҡан, төрлө эштәрҙә тәжрибә алған.

Сығанаҡ: БР Мәғариф министрлығы.

 

Уҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткән
Уҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткән
Уҡыусылар киләсәккә сәйәхәт иткән
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас