+12 °С
Ямғыр

Баҫма тураһында

Баҫма тураһында

Аманат — Башҡортостан Республикаһының мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журналы. Уның исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Баҫма Башҡортостан халҡы, балалар тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар.

Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Фәүзиә Рәхимғолова кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙәрен «Пионер» журналында баҫтырған. Журналды Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан һәм Ҡаҙағстанда алдырып уҡыйҙар.

 Тарихы
• 1929 йылдың мартынан Башҡортостан пионерҙар ойошмаһының һәм РКСМ өлкә комитетының органы булараҡ «Керпе» исеме менән нәшер ителә. Журналды ойоштороусыһы беренсе мөхәррире М. Хәй була.
• 1931 йылдың ғинуарынан баҫма «Пионер» исеме менән донъя күрә.
 • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында журналды сығарыу туҡтатыла, ул 1952 йылдың сентябренән яңынан нәшер ителә башлай.
 • 1991 йылдың апреленән журнал «Аманат» тип атала.

Баш мөхәррирҙәре: М.Хәй (1930), Ф.Тимерғәзин (1930, 1931), З.А.Биишева (1931), А.Урманов (1932—33), М.Марат (1934), А.Әмин (1936), Ғ.В.Ғөзәйеров (1937, 1938 й. майына тиклем), В.В.Нафиҡов (1938 й. майынан), Һ.Ә.Әсәҙуллин (1939), Р.Күлбаева (1940), Н.Тимашев (1941 й. ғин.—май), Ш.Бикҡол (1952—62, 1968—77), Р.В.Зарипов (1962 й. алып), М.Н.Кәримов (1964 й. алып), Д.М.Бүләков (1977 й. алып), Д.Н.Ғабдуллин (1987 й. алып), Ю.Ғ.Кәримов (1989 й. алып), К.Я.Яйыҡбаев (1992 й. алып), Н.Б.Мәһәҙиев (1996 й. алып), А.Х.Дәүләтбәков (2002 й. алып), С.Ш.Ярмуллин (2006 й. алып).