-6 °С
Болотло

Етәкселеге

Етәкселеге

Баш мөхәррир:

Сальман Ярмуллин
Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы 

Биографияһы
Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин 1969 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. 

1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1989—1990 йылдарҙа Йылайыр районының «За коммунизм» гәзите хеҙмәткәре.
1991 йылдан «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, 1999 йылдан — гәзиттең бүлек мөдире.
2000 йылдан — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире.
2006 йылдан — «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире.

Тарих һәм этнография буйынса мәҡәләләр серияһы авторы. «Ахыры заман — аяҡ аҫтында» (2005) публицистик очерктар китабында ислам, башҡорт халыҡ тарихы, башҡорт теле, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәлдәре мәсьәләләре сағылдырыла. 

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018)
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2005). 
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998)