+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
26 Апрель 2022, 12:06

Иғтибар! Өр-яңы конкурс!

 #9майеңеүкөнөАманатжурнал “Аманат” журналы редакцияһы Еңеү көнөнә арналған "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" тип аталған конкурс иғлан итә.  Конкурста барығыҙҙы ла ике номинацияла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Иғтибар! Өр-яңы конкурс!
Иғтибар! Өр-яңы конкурс!

Ҡәҙерле “Аманат” журналын уҡыусы дуҫтар!

Ҙур байрам 9 май – Еңеү көнө яҡынлаша.

“Аманат” журналы редакцияһы Еңеү көнөнә арналған "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" тип аталған конкурс иғлан итә.  Конкурста барығыҙҙы ла ике номинацияла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

1.Бөйөк Еңеү темаһына арналған сит авторҙарҙың ижад иткән йырҙар йырлап, шиғыр һөйләп, видеороликта күрһәтеү;

2.Һуғыш ветерандары тураһында үҙегеҙ ижад иткән шиғыр, мәҡәләләрҙе күрһәтеү.

Конкурс эштәрен “Бәйләнештә” сайтында үҙ сәхифәгеҙҙә #9майеңеүкөнөАманатжурнал

хештегы аҫтында урынлаштырырға кәрәк буласаҡ. Исем-фамилия, район, ауыл, мәктәбегеҙ тураһында ла яҙырға онотмағыҙ.

Конкурс эштәренә йомғаҡты 11 майҙа яһаясаҡбыҙ.  Еңеүселәр “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнәсәк.


Дуҫтар! Конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ! “Аманат” менән бергә булығыҙ!

Иғтибар! Өр-яңы конкурс!
Иғтибар! Өр-яңы конкурс!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: