+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
11 Март 2022, 10:55

Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһҡа былай тип мөрәжәғәт иткән: “Әғүҙү бикәлимәәтиль тәммәти мин күлли шәйтаанин хәммә үә мин күлли ғәйнин ләммә”. Тәржемәһе: Аллаһтың камил һүҙҙәре менән, шайтандан, бөтә зарар килтерүсе һәм  күҙ тейҙереүселәрҙән, йә, Аллаһ, Үҙеңә һыйынам”. (Тулыраҡ - сайтта)  

Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар
Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар

Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар

Динебеҙҙә, ғәзиз балаларыбыҙға, иҫәнлек-именлек теләп, доға ҡылыу бар.

Әйтәйек, Ибне Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) исемле сәхәбә риүәйәт итеүе буйынса, Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһҡа былай тип мөрәжәғәт иткән: “Әғүҙү бикәлимәәтиль тәммәти мин күлли шәйтаанин хәммә үә мин күлли ғәйнин ләммә”. Тәржемәһе: Аллаһтың камил һүҙҙәре менән, шайтандан, бөтә зарар килтерүсе һәм  күҙ тейҙереүселәрҙән, йә, Аллаһ, Үҙеңә һыйынам”. (Был доғаны уҡыр алдынан “Фатиха” менән “Ихлас” сүрәләрен уҡыу киңәш ителә).

Балаларға (бигерәк тә сабыйҙарға) күҙ тейеүе мөмкин. Был осраҡта, бала, көйһөҙләнә, илай, күҙ төптәре эскә батып, һурылып киткәндәй була. “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс” сүрәләрен уҡып, баланың йөҙөнә һәм кәүҙәһенә өрөп, өшкөрәләр. Баланың атаһы йәки олатаһы өшкөрһә, яҡшыраҡ.  

Үҫмер балалар өйҙән сығып киткәндә (әйтәйек, уҡырға барыр алдынан) “Аят-әль Көрси” укып, баланың иҫән-һау, имен-аман йөрөүен теләп, ошо доғаны ҡылырға: “Әлхәмдү лилләһи Раббиль ғаләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғаләә рәсүлиһи Мүхәммәдин үә ғаләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғиин” (Яҡынса мәғәнәһе: Йә, Раббым, баламдың иҫән-һау булыуын насип ит! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан Үҙең һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә). Һуңынан доға ҡылырға: Раббәнә әәтиннәә фиддүнйә хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғаҙаабәннаар. Бирәхмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин”.

 

Аят-әл Көрси доғаһы

Әғүҙү билләһи минә-шшәйтаани-рраджиим
Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим Аллааһү ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүм Ләә тәʼхуҙүһү синәтү үә ләә нәүм

Ләһү мәә фи-ссәмәүәәти үә мәә фил-ард Мәң ҙәлләҙи йәшфәғү (ғ)индәһү илләә би'иҙниһ Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм Үә ләә йүхиитүүнә би шәйʼим-мин (ғ)илмиһи иллә бимәә шәә

Үә сиғә күрсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-ард Үә ләә йә'үүдүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-(ғ)әлиййүл(ғ)аҙыиим

(Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды)

Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар
Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар
Балаларыбыҙҙы һаҡлаусы доғалар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: