+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
29 Сентябрь 2022, 17:40

Һалдатҡа оҙатҡанда уҡылған доға

Балаларыбыҙҙы Ватаныбыҙ именлеген, намыҫын һаҡлау өсөн ғәскәргә ебәрәбеҙ, һин уларға сәләмәтлек, именлек бир, йөрәктәренә батырлыҡ, беләктәренә ҡеүәт бир, бәлә-ҡазаларҙан, ыҙалыҡтарҙан һаҡла.

Һалдатҡа оҙатҡанда уҡылған доға
Һалдатҡа оҙатҡанда уҡылған доға
 "Әлхәмдү лилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәлә расулина Мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә сахбиһи әжмәғыйн.
Әғүҙү билләһи минәш шайтанир ражим. Инфириу хыйфыфән үә сикалән үә жаһиду биәүәлүкүм үә әнфусикүм заликүм хайрулләкүм иң күнтүм тәғләмүн. Үәлә тәкүлү лимән йүктәлү фи сәбилилләһи әмүәтун бәл әхйаун ғыйндә раббиһим йүрҙәкүн. Үә әғыйдду ләһүм мәстәтәғтүм мин ҡүүәтин үә мин рибатыйль хайә".

Мәғәнәһе:
«Эй, ғәләмдең Раббыһы булған, Аллаһым! Балаларыбыҙҙы, динебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы һәм мосолмандарҙың бәхет һәм именлеген, намыҫыбыҙҙы һаҡлау өсөн ғәскәргә ебәрәбеҙ, һин уларға сәләмәтлек, именлек бир, йөрәктәренә батырлыҡ, беләктәренә ҡеүәт бир, бәлә-ҡазаларҙан, ыҙалыҡтарҙан һаҡла. Балаларыбыҙға һау-сәләмәт килеш ата-әсәләре менән осрашыуҙарын, һөйгәндәре менән ҡауышыуҙарын насип ит!»

Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға.

? Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә.
Мәғәнәһе:
Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр.

Балаларҙы һаҡлаусы доғалар.

Ислам динендә башҡаларға, бигерәк тә үҙ балаларыңа иҫәнлек-һаулыҡ теләп доға ҡылыу бар. Әйтәйек, Ибн Ғәббәс исемле сәхәбә һөйләүе буйынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһиссәләм үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһ Тәғәләгә былай мөрәжәғәт иткән:

 "Әғүҙү бикәлимәәтиль тәммәти миң күлли шәйтаанин хәммә үә мин күлли ғәйнин ләммә”.

Мәғәнәһе:
Аллаһтың камил һүҙҙәре менән, шайтандан, барса зарар килтереүсе һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Аллаһ, Үҙеңә һыйынам". (Был доғаны ҡылыр алдынан "Фатиха" менән "Ихлас" сүрәләрен уҡыу кәңәш ителә).

❗Теләгең ҡабул булһын өсөн доға.

"Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә".

Мәғәнәһе:
«Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт пәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».
 
Һалдатҡа оҙатҡанда уҡылған доға
Һалдатҡа оҙатҡанда уҡылған доға
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: