Башҡорттарҙа киң таралған һүҙбәйләнеш бар — «сәй эсеү». Был һүҙҙәр бәлеш (балан, кишер, йомортҡа менән һуғандан h.б.), йыуаса, бешерелгән ит, ҡаҙылыҡ, муйыл майы, бәрәмәс, ҡаймаҡ, ҡайнатма менән, баллап, хужабикәнең ниндәй тәмлекәсе бар, шулар менән сәй эсергә саҡырыуҙы аңлата.
«Сәй эсеү» башҡорттарҙа «еңелсә тамаҡ ялғауҙы» белдерә — һис шикһеҙ, бындай «сәй» туҡлыҡлылығы буйынса иртәнге ашты ла, төшкө ашты ла алмаштыра ала. Әгәр Башҡортостанда кемдер, иртәнән тик сәй генә эстем, ти икән, тимәк, ул тейешенсә (туйырлыҡ) ашап алған.
Юғалтмаҫ өсөн, һаҡлап ҡуйығыҙ: милли ашыбыҙ - бауырһаҡ.
1 кг бауырһаҡ өсөн:
6 эре йомортҡа
1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
семтем тоҙ
он
700-800 мл көнбағыш (үҫемлек) майы
Сироп:
2 стакан шәкәр
1 стакан һыу
6 аш ҡалағы бал
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!