Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназия уҡыусылары йыл һайын Республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә инә.
Гимназияла бөтөһө 1225 уҡыусы белем ала. Гимназистар төрлө предмет-ара олимпиадалар, ижади конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бигерәк тә Бөтә Рәсәй олимпиадаһын үҙ итә үҫмерҙәр. Үткән уҡыу йылында олимпиаданың Региональ этабында 73 уҡыусы призер иҫәбенә инде, шуларҙың 15 – еңеүсе тип танылды.
Был еңеүҙәргә алып килгән остаздары Тажиев Р.Р., Вәлитов И.И., Ибраһимова Г.Ф., Михеева Г.Е., Галкин Е.И., Махновский В.Н. уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Рәхмәтуллин Марат 11-се синыф уҡыусыһы.
1-се синыфта уҡығандан алып, иптәштәре Маратты әүҙем, маҡсатҡа ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан, инициатив уҡыусы булараҡ белә. Был сифаттар уға юғары үрҙәр яуларға ярҙам итә. Бигерәк тә социаль-гуманитар фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнә егет. Төрлө кимәлдә үткән фәнни-ғәмәли конференциялар, ижади проекттар уға сәм, дәрт, алға ынтылыш бирә. 2020-2021 уҡыу йылында уның “Белем һандығы” түбәндәге уңыш ынйылары менән тулды: уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында тарих, хоҡуҡ предметтарынан призер, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән еңеүсе, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй “Высшая проба” олимпиадаһының йомғаҡлау этабында хоҡуҡ, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән I һәм II дәрәжә Дипломы, уҡыусыларҙың СПбГУ олимпиадаһының йомғаҡлау этабында I дәрәжә Дипломы. Маратт – гимназия ғорурлығы, тиҫтерҙәренә өлгө.
Маратҡа уҡыуында ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, изге уй-теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!