-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
22 Октябрь 2018, 17:50

Ҡарасай һылыуы – Дилә Нуретдинова

Ул Өфө районының Авдон ауылынан. Ауыл мәктәбенең дүртенсе синыфында уҡый.

Математика, инглиз теле дәрестәрен мауығып өйрәнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Киләсәктә компьютер программалары эшләү буйынса белгес булырға хыяллана.

“Йорт ҡуяндары тотабыҙ, шулар менән мәж килә. Найда исемле эте бар, шуға көн һайын ике тапҡыр ашарға бешереп ашата, уның менән уйнарға ярата. Яҡшы тоҡомло ике шотланд бесәйе лә бар. Шәхси йортта йәшәгәс, ҡош-ҡортһоҙ ҙа булмай. Йыл һайын ҡыҙым себештәр үҫтерергә ярҙамлаша. Баҡса эшенә әүәҫ, бергәләп сәскә үҫтерәбеҙ. Рауза, астра һәм бәрхәт гөлдәрҙең орлоғон үҙе сәсеп, быйыл ныҡ ярҙам итте”, – ти әсәһе Лилиә Айҙар ҡыҙы.