+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
16 Март 2019, 12:36

Шаҡай һылыуы исемен быйыл Алтынай Ғәлләмитдинова яуланы

Ҡышҡы селлә биттәрҙе өтөп барғаны өсөн дә был айҙы Шаҡай тигәндәр. Әммә беҙ һалҡынға бирешмәйбеҙ, “Ай, һылыу!” конкурсын дауам итәбеҙ.

"Шаҡай һылыуы" исемен быйыл Алтынай Ғәлләмитдинова яуланы. Ул үҙенең хатында былай тип яҙған: “Мин хозур тәбиғәтле Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта 2-се синыфта белем алам. Уҡыуҙа һынатмаҫҡа тырышам. Буш ваҡыттарҙа китап уҡырға, бейергә һәм йырларға яратам. Район, республика кимәлдәрендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым. Еңеүҙәрем миңә ҡанат ҡуя!”
Читайте нас: