+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
17 Июнь 2019, 12:46

Алағарай һылыуы” титулын быйыл Амира Килмөхәмәтова яуланы.

Һылыуыбыҙ Ғафурирайонының Красноусол Башҡорт гимназия-интернатының 5-се “А” синыфында белем ала.Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.

Йырларға һәм бигерәк тә бейергә ярата. Амира гимназияла һәм район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, синыфташтарына төрлө сараларға әҙерләнергә лә ярҙам итә. Ул үҙенеү хатында: “Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ: мин, Мәҙинә апайым һәм Сафия һеңлем. Буш ваҡыттарҙа беҙ китап, журналдар уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға яратабыҙ. “Аманат” журналын һәр ваҡыт көтөп алабыҙ, һәр битен ашҡынып уҡыйбыҙ. “Ай, һылыу!” конкурсын оҙаҡ ваҡыт күҙәтеп килә торғас, үҙемдең бәхетемде һынап ҡарарға булдым”, – тип яҙа.

Читайте нас: