-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
18 Июнь 2019, 18:29

Һабанай һылыуы – Наҙгөл Баййегетова.

Әлеге ваҡытта Баймаҡ лицей интернатында тик яҡшы билдәләргә уҡый. Ҡыҙлицей тормошонда әүҙем ҡатнаша, район,республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа ла тик призлы урындар яулай

Һабанай һылыуы – Наҙгөл Баййегетова.
Наҙгөл 2002 йылдың 25 сентябрендә Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл төйәктәренең береһе – , Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Әлеге ваҡытта Баймаҡ лицей интернатында тик яҡшы билдәләргә уҡый. Ҡыҙ лицей тормошонда әүҙем ҡатнаша, район, республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа ла тик призлы урындар яулай: республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конкурстарҙа 1-се урын, “Лицей һылыуы–2019" конурсында гран-приға лайыҡ булдв. “Буш ваҡытымды һис кенә лә юҡҡа үткәрергә тырышмайым. Яратҡан шөғөлдәремдең береһе – фотоға төшөрөү. Шулай уҡ, төрлө-төрлө тәмле аштар бешерергә, ҡул эштәре менән булышырға, йырларға, шиғырҙар ижад итергә яратам. Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында күберәк ваҡытымды үткәреүгә өҫтөнлөк бирәм” – ти Наҙгөл.
Читайте нас: