Илүзә әлеге ваҡытта Байназар мәктәбендә 6-сы синыфта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Һылыу буш ваҡытын ата-әсәйенә ярҙам итеп, ҡустыһы менән уйнап үткәрә. “Бейергә, йырларға һәм дуҫтарым менән күңел асырға яратам. Киләсәктә оҫта бейеүсе булырға теләйем” – ти ул үҙенең хатында.