+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
30 Июль 2019, 12:14

Майай һылыуы Ләйлә Нөғәмәнова

Ләйлә Нөғәмәнова Әбйәлил районының Ҡырҙасауылында йәшәй.

Ул Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла 5-се синыфты бер генә "4"легә, ә ҡалған билдәләре– гел "5"легә тамамланы. Асҡарҙағы музыка мәктәбенең халыҡ инструменттары класында ла белем ала, йырлай ҙа.
Майай һылыуы бар яҡтан да маһир ҡыҙ: менталь арифметика һәм робототехника менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итергә әүәҫ, йүгереү буйынса призлы урындар яулай, саңғыла ла йөрөй. 11 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, уның портфолиоһын 100-гә яҡын диплом һәм грамоталар биҙәй.
Читайте нас: