Урағай һылыуы – Юлиә Мырҙабаева. Ул Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып үҫкән. Асҡар ауылының 1-се мәктәбендә 4 се синыфҡа бара. Тик “5” билдәләренә генә уҡый. Мәктәптәге бер конкурстарҙы ла ҡалдырмай. “Гүзәлкәй – 2019” конкурсында гран-при яулаған. Бейергә ярата. 1-се синыфтан алып “Сорнай” бейеү студияһында шөғөлләнә. “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында ла үҙ көсөн һынап ҡараған.Буш ваҡытында ата-әсәһенә ярҙам итә. Фотоға төшөргә һәм фото төшөрөргә ярата.