+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
30 Сентябрь 2019, 19:58

Һарысай һылыуы

Һарысай һылыуы - Әлимә Теләүғолова! Ҡыҙҙар, Ҡарасай (ноябрь) айы һылыуын билдәләүгә ваҡыт бик аҙ ҡалды. Фотоларығыҙҙы ебәрегеҙ!

Август-сентябрь айҙарында "Бәйләнештә" сайтында иң сибәр ҡыҙҙар араһында ай һылыуын билдәләүгә һораулама эшләгәйнек. Төркөмдәштәребеҙҙең күбеһе тауышын Әлимә исемле һылыуға бирҙе һәм ул Һарысай һылыуы титулына эйә булды.

Әлимә Теләүғолова Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәй. Биш балалы ғаиләлә үҫеүсе Әлимәгә дүрт йәш кенә булһа ла, ата-әсәһенә терәк, апай булараҡ, ҡустыһын, һеңлеһен ҡараша.

Әлимә бик дәртле ҡыҙ: бейей, йырлай, шиғыр һөйләй, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Бигерәк тә әкиәт һөйләргә әүәҫ. Күп кенә көләмәстәр ҙә белә.

“Киләсәктә ысын башҡорт ҡыҙы булып үҫкем килә!” – ти ул.
Читайте нас: