+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
2 Апрель 2020, 15:35

"Алағарай һылыуы" конкурсында тауыш биреү шарттары үҙгәртелде

Хәйерле сәғәттә, дуҫтар!“Алағарай һылыуы”н билдәләргә лә ваҡыт етеп килә. Тик был юлы беҙ, төркөмөбөҙҙөң яҙылыусылары әйткәндәрен күҙ уңында тотоп, беренсе урынды үҙебеҙ билдәләйбеҙ. Сөнки, ысынлап та, кемдеңдер дуҫтары “Бәйләнештә” күүүп ултыра, ә бәғзеләрҙеке – юҡ...

Тауыш биреүҙе беҙ ҡалдырабыҙ. Тик ул ике урында: сайтта һәм "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең айырым альбомда барасаҡ һәм унда еңгән ҡыҙға “Дуҫтар һөйөүе” номинацияһы эләгәсәк. Был номинацияға эйә булған һылыу тураһында мәғлүмәт журналда ла баҫылып сығасаҡ.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 14 апелгә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Алағарай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 14 апрелдә, көндөҙгө сәғәт 16:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең журналда баҫыла.
✓ Шулай уҡ сайтта ла тауыш бирергә була. Тик бының өсөн компьютер аша инергә һәм https://amanat.rbsmi.ru/ һылтанмаһы буйынса иң аҫҡа тиклем төшөп етеп, һул яҡтағы бағанала торған тауыш биреү майҙансығын табырға, шунда теләгән төймәгә баҫып, тауыш бирергә була.

Ә беҙ әлегә ҡыҙҙар-йондоҙҙар менән таныша торайыҡ
Азалия Ибраһимова, Туймазы районы Серафимовка ауылынан:
“Һаумыһығыҙ! Мин Азалия булам. Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбенең 1-се синыфында белем алам. Һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға, бейергә, йырларға яратам. Үҫкәс уҡытыусы булырға теләйем”.
Рушана Такалова, Йылайыр районы Йылайыр ауылынан:
“Бөтөн тәбиғәт уянған саҡта, яҙҙың бер матур көнөндә тыуғанмын. Миңә 27 апрель көнө 9 йәш була. Биш балалы ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙмын. Өс ағайым, бер ҡустым бар. Әсәйемдең ярҙамсыһымын. Бейергә, һүрәт төшөрөргә, мәрйен, төҫлө таҫмалар ҡулланып сигергә, квиллинг техникаһын ҡулланып, матурлыҡ тыуҙырыу – минең иң яратҡан шөғөлдәрем. Гимнастика, шашка түңәрәктәрендә теләп шөғөлләнәм. Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында тырышып, тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөйөм. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, районда 1-се урын алдым. “Әхмәт-Зәки Вәлиди уҡыуҙары”, “Мин - тикшеренеүсе" конкурстарында призлы урындар яуланым. Киләсәктә “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашырға теләгем ҙур. “Аманат” журналын яратып уҡыйым”.
Альбина Килдейәрова, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан:
“Миңә 10 йәш. Китаптар уҡырға, шиғыр ятларға һәм ижад итергә яратам. Районда үткәрелгән әсә теленән олимпиадала, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнаштым. “Аманат” журналын алдырып, гел уҡып барам”.
Читайте нас: