+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
15 Апрель 2020, 14:55

"Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсе һылыуҙың исеме билдәле

Ниһайәт, “Алағарай һылыуы” конкурсында "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында иң күп тауыш йыйған ҡыҙҙы билдәләргә ваҡыт килеп етте.

Ике аҙна буйы беҙ "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙәге альбомда һылыуҙарыбыҙҙың фотолары аҫтындағы "лайыҡ"тарҙы ҡарап, һанап барҙыҡ. Афарин, күптәр конкурс шарттарын намыҫлы үтәгән!
Беркетелгән скриншотта һеҙ кемдең күпме тауыш йыйған икәнлеген күрәһегеҙ. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы ҡыҙы Альбина Килдейәрова менән Бөрйән районының Байназар ауылынан Ангелина Ғизуллина 5-шәр тауыш йыйҙы. Туймазы районы Серафимовка ауылы һылыуы Азалия Ибраһимова 15 тауыш йыйыуға өлгәште (уның ҡарауы, бөтөн "лайыҡ"тары ла йәшел!) Йылайыр районы Йылайыр ауылынан Рушана Такалова 48 "йәшел тауыш" йыйһа, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы һылыуы Лиана Мәхмүтова, 85 мәрәй йыйып, беренсе урынға сыҡты! Афарин, Лиана!
Шулай итеп, "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһенең исеме билдәле булды. Кемгә "Алағарай һылыуы" титулы тәтер - уныһын тиҙҙән журнал сыҡҡас, уҡып, белерһегеҙ!
Читайте нас: