-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
28 Апрель 2020, 14:05

"Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында кем еңер?

Дуҫтар! Тиҙҙән һеҙ, ҡулығыҙға "Аманат" журналының апрель һанын алып, кем "Алағарай һылыуы" булғанын белерһегеҙ. Әйҙәгеҙ, киләһе ай - һабанай һанында фотолары донъя күрәсәк ҡыҙҙар менән таныша торайыҡ.

Сәләм, дуҫтар!
Тиҙҙән һеҙ, ҡулығыҙға "Аманат" журналының апрель һанын алып, кем "Алағарай һылыуы" булғанын белерһегеҙ. Әйҙәгеҙ, киләһе ай - һабанай һанында фотолары донъя күрәсәк ҡыҙҙар менән таныша торайыҡ.
Үткән айҙағы кеүек үк, еңеүсене беҙ үҙебеҙ билдәләйбеҙ. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмдәге альбомда тәҡдим ителгән фотолар араһында кемдеке иң күп "лайыҡ" йыя - ул һыылыу "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһына эйә буласаҡ.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 12 майға тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Һабанай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 12 майҙа, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең журналда баҫыла.
✓ Шулай уҡ сайтта ла тауыш бирергә була. Тик бының өсөн компьютер аша инергә һәм https://amanat.rbsmi.ru/ һылтанмаһы буйынса иң аҫҡа тиклем төшөп етеп, һул яҡтағы бағанала торған тауыш биреү майҙансығын табырға, шунда теләгән төймәгә баҫып, тауыш бирергә була.
Айназа Ямалова, Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылынан:
“13 йыл элек йәмле алтын көҙҙөң бер көнөндә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. 7-се синыфта “4” һәм “5” билдәләренә бик тырышып уҡыйым.
Мин еңел атлетикаға һәм бейеү түңәрәктәргә йөрөйөм. Район кимәлендә уҙғарылған төрлө конкустарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, урындар яулайым.
Киләсәктә мәктәбемде яҡшы итеп тамамлап, тыуған илемә кәрәкле кеше булғым килә”.
Гөлиә Ҡарамышева, Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылынан:
“Миңә – 10 йәш. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Бик тә йырларға яратам мин. Өс йәшемдән сәхнәлә сығыш яһайым. Буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм, һүрәт төшөрәм. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. “Урал батыр” эпосын ятлап, гран-при алдым.
Ғаиләбеҙҙә – өс ҡыҙ. Апайым Зилиә, һеңлем Рәлиә менән бик татыубыҙ”.
Диана Вәлиева, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
“Серафимовка 3-сө мәктәбенең 1-се “Б” синыфында белем алам. Мин шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә һәм төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Бөтә ветерандарҙы Еңеүҙең 75-се яҙы менән ҡотлайым. Уларға сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар теләйем!”
Наҙгөл Дәүләтбаева, Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан:
“Миңә – 13 йәш. 7-се синыфта тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшәм.
Буш ваҡытымды ҡул эштәре менән үткәрәм, һүрәт төшөрөргә яратам. Cпорт менән дуҫмын. Киләсәктә табип булырға хыяланам”.
Читайте нас: