✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 июнгә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
✓
"Һөтай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 15 июндә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең журналда баҫыла.
Бына ул номинацияға дәғүә итеүсе һылыуҡайҙарыбыҙ:
1. Элина Торһонбаева, Хәйбулла районының Өфө ауылынан:
“Мин 4-се синыфты тамамланым.
Буш ваҡытымда йырларға, бейергә, шахмат уйнарға яратам. Минең хыялым – Өфө ҡалаһын күреү”.
2. Элина Урманшина, Ғафури районының Красноусол ауылынан:
“Мин Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол Башҡорт гимназияһының 6-сы синыфын тамамланым. Уҡыуҙа һынатмайым, фәнни конференцияларҙа ҡатнашам, Мәскәүгә фәнни эш менән барып ҡайттым.
“Аманат”ты яратып уҡыйым, ундағы конурстарҙа әүҙем ҡатнашам”.
3. Зилиә Ҡарамышева, Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылынан:
“Миңә 11 йәш. Мәктәптә гел “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшәм. Иң яратҡан дәресем – башҡорт теле. Туған телемде бик хөрмәт итәм!
3 йәшемдән алып сәхнәләрҙәсығыш яһайым: йырларға, бейергә, ҡумыҙҙа уйнарға яратам. Ҡумыҙ конкурсында ҡатнашып, район кимәлендә – 1-се, ә зона ярышында 2-се урын алдым. 5 йәшлек сағымда, "Урал батыр" эпосын ятлап, гран-при алдым. Тағы ла фото, һүрәт төшөрөргә әүәҫмен.
Киләсәктә уҡытыусы булырға теләйем”.
4. Аделина Мусина, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
“Миңә 8 йәш. Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбендә белем алам. Китап уҡырға, бейергә, һүрәт төшөрөргә яратам. Төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашам.
Киләсәктә мин табип булырға хыялланам”.