-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
5 Август 2020, 11:58

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ

Ҡатнашыусылар араһында кескәйҙәр күп булғас, был айҙа ла һылыуҡайҙарҙы иң бәләкәс уҡыусыларыбыҙ араһынан һайланыҡ.Тағы ла иҫкәртеп үтәбеҙ: конкурс ғәҙел булһын өсөн еңеүсене мөхәрририәт үҙе билдәләй, ә иң күп лайк йыйған ҡыҙ “Дуҫтар һөйөүе” номинацяһына эйә була.

Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 12 августҡа тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Урағай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 12 августа, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең журналда баҫыла.
Ҡатнашыусы һылыуҙар:
Лиана Минязева, Өфө ҡалаһынан:
"Миңә - 5 йәш. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, шиғырҙар ятларға, һүрәт төшөрөргә яратам.
Әлеге ваҡытта һылыуым менән Көйөргәҙе районының Яҡут ауылына өләсәйем менән олатайым янына ҡайттыҡ. Йәй көнө ауылда рәхәт һәм дә күңелле!”
Дания Фәйзуллина, Белорет районының Абҙаҡ ауылынан:
“Һаумыһығыҙ! Миңә – 5 йәш. Алсаҡ, аҡыллы, ярзамсыл булып үҫеп киләм, Аллаға шөкөр”.
Виктория Ходакова, Баймаҡ ҡалаһынан:
“Миңә - 4 йәш. Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһына йөрөйөм. Бейергә, йырларға яратам, төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Әсәйемә ярҙам булһын тип, бәләкәй ҡустымды ла ҡарашам”.
Шәүрә Әминева, Баймаҡ ҡалаһынан:
“Миңә - 5 йәш. Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһына йөрөйөм. Бейергә, йырларға әүәҫмен, өс йәшемдән алып төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашам”.
Сабина Дәүләтшина, Өфө ҡалаһынан:
“Миңә – ни бары 3 йәш. Балалар баҡсаһына йөрөргә, йырларға, бейергә яратам. Ҙурайғас табип булығым килә”.
Читайте нас: