+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
25 Август 2020, 18:44

"Һарысай һылыуы" исеменә дәғүә итеүселәр менән таныштырабыҙ!

Был айҙа мәктәптә белем алыусы ҡатнашыусыларыбыҙ үҙҙәренең бәхетен һынап ҡарай. Йә, танышайыҡмы? Ҡыҙҙар - сайтта!

Әлбиттә, еңеүсе ҡыҙҙы, үткән айҙарҙағы кеүек үк, "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул номинацияға эйә була.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 1№ сентябргә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Һарысай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 10 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
Бына ул беҙҙең һылыуҙар:
Айгөл Йәғәфәрова, Бөрйән районы Брәтәк ауылынан:
“7-се синыф уҡыусыһымын, мәктәптә тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшәм, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға өлгәштем. Спорт менән дуҫмын. Буш ваҡытта бейеү менән шөғөлләнәм, әсәйемә, ҡустыларыма ярҙамлашам. Тик ултырырға яратмайым, үҙемде төрлө яҡтан үҫтерәм”.
Рания Фазлетдинова, Өфө ҡалаһынан:
“Миңә 8 йәш. Баш ҡаланың 108-се мәктәбенең 2-се синыфын тик "5" билдәләренә генә тамамланым. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһында шөғөлләнәм. Һүрәт төшөрөргә яратам. Ағайым менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ”.
Әлиә Шәрипова, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
"Мин мәктәптә тик “бишле” билдәһенә генә өлгәшәм. Район кимәлендәге төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым. Бәләкәй саҡтан уҡ фортепианола уйнайым. Буш ваҡытымды файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә тырышам: әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм, ҡустымды ҡарашам, китап уҡыйым, дуҫтарым менән аралашам. “Аманат” журналы үткәргән конкурстарҙа ла бик теләп ҡатнашам мин. Киләсәктә республикама кәрәкле кеше булырға, тормошомдо медицина менән бәйләргә теләйем”.
Эльза Зарипова, Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан:
“Тик “бишле” билдәһенә генә өлгәшәм. Уҡыуҙан буш ваҡытымда бейергә, йырларға, hүрәт төшөрөргә яратам. Спортты ла үҙ итәм. Мәктәптә ойошторолған бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашырга тырышам. Өйҙә әсәйемә һәм өләсәйемә ярҙам итәм.
Киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам”.
Рәлиә Яҡшығолова, Баймаҡ ҡалаһынан:
“Һаумыһығыҙ! Миңә – 7 йәш. Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы мәктәбенең 2-се синыфында уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә яратам. Акробатика менән шөғөлләнәм. Әсәйемә ярҙам итәм: һауыт-һаба, иҙән йыуам, бәләкәй һеңлемде ҡарашам”.
Читайте нас: