-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
14 Сентябрь 2020, 13:17
Көҙҙөң тәүге айында иң күп лайк йыйған һылыу
Кемдең "Һарысай һылыуы" титулына лайыҡ булыуы хаҡында әлегә, журнал сыҡмайынса, әйтә алмайбыҙ. Әммә "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһына эйә булыусының исемен беҙҙең сайтта күрергә була.
Дуҫтар! Үткән айҙағы кеүек үк, тауыш биреү ысулы менән беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында иң күп "йәшел лайк" йыйған һылыуҙы билдәләйбеҙ.
Тауыш биреү шарттары
25 августа уҡ сайтта донъя күргәйне.
Туймазы районының Серафимовка ауылы ҡыҙы Әлиә Шәрипова - 1,
Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Айгөл Йәғәфәрова - 2, Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Эльза Зарипова - 3, Баймаҡ ҡалаһынан Рәлиә Яҡшығолова 18 лайк йыйған. Иң күп лайк Өфө ҡыҙы Рания Фазлетдинова өлөшөнә төшкән булып сыҡты, уныҡы - 23 йәшел тауыш.
Афарин, Рания! Кескәй генә булһа ла, еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Ай һылыуында еңмәнем бит, тип ҡайғырма, киләһе йылда ла ҡатнаша алаһың, моғайын, һиңә шул саҡта бәхет йылмайыр.
Ә еңеүсене, йәғни Һарысай һылыуын, фотоның композицияһына, сифатына, күрмәлеклегенә ҡарап, мөхәрриәт алдан үҙе билдәләй. Кемдең ай һылыуы булыуы хаҡында һеҙ беҙҙең журнал биттәрендә тиҙҙән уҡырһығыҙ. Шуға бер аҙ сабыр итегеҙ, йәме?
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?