+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
6 Октябрь 2020, 14:55

"Ҡарасай һылыуы" титулына дәғүә итеүсе ҡыҙҙар

Йондоҙ күҙле, ай йөҙлө һылыуҙарыбыҙ - республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан. Әйҙәгеҙ әле, улар менән танышып үтәйек.

Әлбиттә, еңеүсе ҡыҙҙы, үткән айҙарҙағы кеүек үк, "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул номинацияға эйә була.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 октябргә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Ҡарасай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 15 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
Бына ул беҙҙең һылыуҙар:
Ева Пыжьянова, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
“Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбендә белем алам. Урыҫ ҡыҙы булыуыма ҡарамаҫтан, тырышып, яратып башҡорт телен өйрәнәм. “Аманат” журналының һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Мәктәптә үткәрелгән бөтә конкурстарҙа ҡатнашам. Иң яратҡан шөғөлдәрем: бейеү, йырлау, һүрәт төшөрөү, әсәйемә ярҙам итеү.
Үҫкәс мин уҡытыусы булырға хыялланам”.
Ләйлә Ишдәүләтова, Салауат ҡалаһынан:
“Миңә – 9 йәш. Салауат ҡалаһындағы 25-се Башҡорт гимназияһының 3-сө синыфында белем алам. Башҡортса йырларға, бейергә яратам. Данис ҡустым менән "Аманат" журналын яратып уҡыйбыҙ”.
Сөмбөл Йосопова, Учалы районының Ҡаҙаҡҡол ауылынан:
"Әлеге ваҡытта мин Бәләкәй Ҡаҙҙаҡол мәктәбенең 8-се синыфында "4"-ле һәм"5"-ле билдәләренә генә уҡыйым. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа актив ҡатнашам һәм урындар яулайым. Бейергә, йырларға һәм төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға яратам. "Ирәмәл" бейеү ансамблендә алтынсы йыл шөғөлләнәм, вокал, думбыра, ҡурай, ҡумыҙ дәрестәренә йөрөйөм. "Байыҡ", "Сулпылар" телевизион конкурстарында ла ҡатнаштым".
Эльмира Булатова, Йылайыр районының Һабыр ауылынан:
“ Миңә – 13 йәш. 7-се синыфта белем алам.
Мин спорт менән шөғөлләнергә яратам. Теннис, футбол, волейбол ярыштарында ҡатнашам. Буш ваҡытымда китап уҡыйым. Ҙурайғас фармацевт булырға теләйем”.
Миләүшә Ғиниәтуллина, Белорет районының Ботай ауылынан:
“Миңә – 12 йәш. 6-сы синыф уҡыусыһымын.
Сәскәләр үҫтерергә яратам. Сәскәнән дә нығыраҡ бесәйемде бик тә яратам мин”.
Читайте нас: