+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
15 Октябрь 2020, 17:03

Иң күп лайк йыйған һылыу

"Ҡарасай һылыуы" сиктәрендә "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында иң күп лайк йыйған һылыуҙы билдәләргә лә ваҡыт етте.

Был юлы Туймазы районының Серафимовка ауылынан Ева Пыжьянова менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан Эльмира Булатоваға берешәр лайк ҡуйһалар, Белорет районының Ботай ауылынан Миләүшә Ғиниәтуллина - 2, Учалы районының Ҡаҙаҡҡол ауылынан Сөмбөл Йосопова 4 лайк йыйған. Иң күп лайк Салауат ҡалаһынан һары сәсле матурҡай Ләйлә Ишдәүләтоваға тәтегән - 12 кеше уны иң сибәре тип таныған.
Ләйләне "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Ҡыҙҙар тураһында тулыраҡ https://amanat.rbsmi.ru/articles/ay-ylyu/arasay-iliui-titulina-d---ite-se-i-ar-486159/ һылтанмаһы буйынса инеп, уҡырға мөмкин.
Читайте нас: