Еңеүсе ҡыҙҙы, үткән айҙарҙағы кеүек үк, "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул номинацияға эйә була.
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 ноябргә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
✓
"Ҡырпағай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 15 ноябрҙә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
Бына ул беҙҙең һылыуҡайҙар:
Азалия Ибраһимова Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан:
"Мин Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуғанмын. Бөгөн ғаиләбеҙ менән Өфө районының Дорогино ауылында йәшәйбеҙ.
Дорогин мәктәбенең 8-се синыфында уҡыйым. Мәктәптә тырышып уҡыйым, өҫтәмә рәүештә инглиз теле менән шөғөлләнәм. Фән менән ҡыҙыҡһынам, уҡыусылар өсөн булған фәнни конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым.
Буш ваҡытымда тәмлекәстәр бешерергә өйрәнеү түңәрәгенә йөрөйөм. Ғаиләбеҙҙе тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, ҡыуандырырға яратам".
Шәүрә Ҡотошова, Ейәнсура районының Түбәнге Муйнаҡ ауылынан:
“Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернатының 6- сы “Б” синыфында уҡыйым.
Уҡыуҙа ла, төрлө сараларҙа ла алдынғы булырға тырышам. Айырыуса спорт менән шөғөлләнергә яратам: йүгерәм, саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашып, урындар яулайым”.
Альбина Юланова, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан:
“Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы “Б” синыфында белем алам.
Быйыл гимназиябыҙҙа уҙғарылған “Көҙгө бал”да Көҙһылыу титулына эйә булдым.
Бар нәмәлә бөхтәлекте яратам, шуға ла яҙғанда ла, һүрәт төшөргәндә лә, хатта шиғыр уҡығанда ла еренә еткереп, матур итеп башҡарырға тырышам.
“Аманат” журналын яратып уҡыйым, айырыуса, кәңәштәр бирелгән рубрикаларҙы көтөп алам”.
Ләйсән Мәхмүтова, Өфө районының Дорогино ауылынан:
“Тик "5" билдәләренә генә өлгәшәм. Яратҡан предметтарым – математика һәм физкультура. Фәнни конференцияларҙа ҡатнашып, беренсе урындар яулайым.
Уҡыуҙан тыш, шахмат, бейеү, тхэквандо менән яратып шөғөлләнәм. Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә, музыка тыңларға, китап уҡырға яратам.
Үҫкәс, банк директоры буласаҡмын”.
Айгизә Иҙрисова, Өфө ҡалаһының Дорогино ауылынан:
“Мәктәптә тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшәм. Мәктәптә, районда, республикала ойошторолған бөтөн сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тырышам, урындар ҙа яулайым.
Ярҙамсыл, аҡыллы, тырыш ҡыҙ булып үҫкем килә. Бәләкәйҙән китап менән дуҫмын. Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булышырға яратам.
Матурлыҡ тыуҙырыу – минең хоббийым, шуға күрә киләсәктә дизайнер булырға хыялланам”.