-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
16 Ноябрь 2020, 12:47

"Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы кемдә?

Номинация сиктәрендә лайк йыйыр өсөн бик аҙ ваҡыт бирелһә лә, был айҙа тауыш биреүселәр һаны күп булды. Кем күпме лайк туплаған тиһегеҙме? Сайтты ҡарайбыҙ.

"Ҡырпағай һылыуы" альбомында, техник сәбәптәр арҡаһында, фотолар икешәр булып "тейәлгән". Шуға ике фотоның йәшел лайктарын ҡушып һананыҡ.
Ни өсөн йәшел лайкмы? Беҙ махсус ҡушымта аша төркөмдә теркәлгәндәрҙең генә лайктарын иҫәпкә алабыҙ.
Һөҙөмтәләр былай:
Шәүрә Ҡотошова, Ейәнсура районының Түбәнге Муйнаҡ ауылы - 25;
Ләйсән Мәхмүтова, Өфө районының Дорогино ауылы - 36;
Альбина Юланова, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы - 50 (ах, Альбина, ҡыҙыл лайктарың күберәк шул, лайк ҡуйыусылар укнкурс шарттарын яҡшылап уҡымаған, ахыры);
Айгизә Иҙрисова, Өфө ҡалаһының Дорогино ауылы - 60;
Азалия Ибраһимова, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы - 292 лайк.
Шулай итеп, был айҙа "Ай, һылыу!" конкурсы сиктәрендәге "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы һылыуы Азалия Ибраһимоваға бирелә.
Ҡотлайбыҙ, Азалия!
Читайте нас: