-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
10 Декабрь 2020, 15:04

Иң һөйкөмлө ҡыҙға лайк ҡуй!

"Аҡъюлай һылыуы" сиктәрендә лайк иҫәбе буйынса билдәләнә торған "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы өсөн алыш башлана. Ҡыҙҙар менән танышып үтәйек әле.

Әлбиттә, еңеүсе ҡыҙҙы, үткән айҙарҙағы кеүек үк, "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул "Дуҫтар һөйөүе"нә эйә була.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 декабргә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Аҡъюлай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 15 декабрҙә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
Аделина Мәрҙәншина, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
“Серафимовка ауылының 3-сө мәктәпдә 3-сө синыфында уҡыйым. “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшәм. Октябрҙә мин Бөтә Рәсәй “Учи.ру олимпия уйындары” онлайн-олимпиадаларында урыҫ теле, математика, тирә-яҡ донъя предметтары буйынса ҡатнашып, маҡтау грамоталарына эйә булдым.
Һүрәт төшөрөү ҙә бик оҡшай. Әсәйемә, яҡындарыма бик рәхмәтлемен, улар минең өсөн ҙур терәк. Уларҙың өмөтөн аҡлап, яҡшы кеше булып үҫергә теләйем”.
Азалия Фәррәхова, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
“Миңә – 9 йәш. Бейергә, йырларға, китап уҡырға, өй йыйыштырырға, баҡсала эшләргә яратам. Мәктәптә үткәрелгән бөтөн конкурстарҙа ла ҡатнашам. Тырышып, инглиз телен өйрәнәм.
Минең үҙемдең девизым бар: “бер нимәгә ҡарамай, алға барырға!”
Гөлфиә Мусина, Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылынан:
“Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы “Б” синыфында тик “5”-гә генә уҡыйым.
Спорт менән дуҫмын, китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә, бәйләм бәйләргә яратам.
Иң яҡын дуҫым – “Аманат”.
Яҙгөл Абдуллина, Әбйәлил районының Хәмит ауылынан:
“Мин 6-сы синыфта тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшәм. Былтыр район кимәлендә үткәрелгән “Урал батыр” эпосын сит телдәрҙә һөйләү конкурсында төрөк телендә һөйләп, икенсе урын яуланым. Гагарин кубогы олимпиадаһында ҡатнашып, районда биология һәм география фәндәренән еңеүсе булдым, башҡорт теленән 2-се урын алып, республика этабында ҡатнаштым.
Уҡыуҙан буш мәлемдә китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә, төрлө ҡул эштәре менән булырға яратам.
Ағайҙарым, апайым, һеңлем менән бергә атай-әсәй ҡосағында наҙланып үҫәм. Үҫкәс балалар табибы булырға теләйем”.
Диана Мәхмүтова, Бөрйән районының Әбдҽлмәмбәт ауылынан:
“Әбделмәмбәт мәктәбенең 3-сө синыфында тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. Мәктәптә уҙғарылған мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашам. Бейергә, йырларға яратам. Дәрестән буш ваҡытымды шиғырҙар яҙып, атай-әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашып уҙғарам
Хыялым - киләсәктә уҡытыусы булыу”.
Читайте нас: