Ғәҙәттәгесә, еңеүсе ҡыҙҙы мөхәрририәт үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул номинацияға эйә була.
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 ғинуарға тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
✓
"Һыуығай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 15 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 17:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
Гөлйөҙөм Рәхмәтуллина, Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан:
“4-се синыфта уҡыйым. Яратҡан фәндәрем – башҡорт һәм урыҫ телдәре, математика.
Уҡыуҙан тыш буш ваҡытымды әсәйемә ярҙам итеп, һүрәт төшөрөп уҙғарам.
“Аманат” журналын яратып уҡыйым. “Аманат”ҡа итмә хыянат!” тип, йыл һайын журналға яҙылырға тырышабыҙ.
Киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам”.
Айһылыу Вәлиева, Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан:
“Мин дә йәмле Үҙән йылғаһы һыуын һыулап үҫкәнмен. 4-се синыфта белем алам. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Кескәй туғандарымды ҡарарға ла өлгөрәм. Шулай булмай ни, мин бит – әсәйемдең йыуанысы, атайҙың ҡыуанысы, кескәйҙәргә өлгөлө апай ҙа.
Ҙурайғас, табип булырға хыялланам. Яман ауырыуҙарҙан туғандарымды һаҡлап торасаҡмын”.
Асия Ғарипова, Өфө ҡалаһынан:
“Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында 3-сө “А” синыфында уҡыйым.
Әсәй "ярҙамсым " тип һөйә,
Разалия Кирилова, Туймазы районының Серафимовка ауылынан:
“Мин Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбендә 4-се синыфта “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. Уҡыуҙан тыш, мәктәптә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам, призлы урындар ҙа яулайым”.
Дания Фәйзуллина, Белорет районының Абҙаҡ ауылынан:
“Республиканың иң хозур төбәгендә урынлашҡан, гүзәл тәбиғәте менән дан алған Абҙаҡ ауылы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта тыуған ауылым мәктәбенең 1-се синыфында тик “5” билдәһенә генә өлгәшәм. Түңәрәктәргә лә йөрөйөм. Йырларға, бейеүгә әүәҫмен”.