-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
1 Февраль 2021, 21:55

"Шаҡай һылыуы"нда кескәйҙәр ҡатнаша

Дуҫтар! Конкурсҡа йыш ҡына кескәй ҡыҙҙарҙың фотоларын да ебәрәләр. Беҙ уларҙы, йәшенә ҡарап, бер урынға тупланыҡ һәм был һанда тағы берҙе тик бәләкәй принцессаларҙы ғына ҡатнаштырырға булдыҡ. Әйҙәгеҙ, улар менән таныша торайыҡ!

Ғәҙәтртәгесә иҫкәртәбеҙ: еңеүсене, йәғни "Шаҡай һылыуы"н "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул номинацияға эйә була.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 февралгә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Шаҡай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 15 февралдә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
Бына ул беҙҙең һылыуҙар:
Миләүшә Яубаҫарова, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан:
“Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәбендә 1-се синыфта уҡыйым. Һүрәт төшөрөү – яратҡан шөғөлөм, бейергә лә әүәҫмен. Иң мөһиме, әсәйемдең ярҙамсыһы, ағайым менән ҡустыма иптәш, атайыма йыуаныс булып үҫеп киләм”.
Нәркәс Шакирова, Мәсетле районының Түбәнге Туҡбай ауылынан:
“Миңә – 6 йәш. Төрлө-төрлө рәсемдәр төшөрөү – минең иң яратҡан шөғөлөм. Бейергә лә оҫтамын мин”.
Азалия Шукубаева, Белорет районының Абҙаҡ ауылынан:
“Гүзәл тәбиғәтле Белорет һылыуы булам. Миңә – 7 йәш. Ата-әсәйемдең ғорурлығы булып үҫеп киләм. Бейеү, һүрәт төшөрөү – иң яратҡан шөғөлдәрем”.
Ынйы Байғәлимова, Ырымбур өлкәhенең Тоцкое–2 ҡасабаhынан:
“Миңә – 5 йәш. Йырларға, яттан шиғыр hөйләргә, hүрәт төшөрөргә яратам”.
Элина Зарипова, Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан:
“Ауылыбыҙ мәктәбендә 1-се синыфта белем алам. Ата-әсәйемә ярҙамсыл, аҡыллы, лайыҡлы ҡыҙ булып үҫергә теләйем.
Киләсәктә табип булырға хыялланам”.
Читайте нас: