+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
1 Апрель 2021, 13:33

Алағарай һылыуы

Дуҫтар! Конкурсҡа йыш ҡына кескәй ҡыҙҙарҙың фотоларын ебәрәләр. Беҙ уларҙы был һанда ҡатнаштырырға булдыҡ.

Йәнгүзәл Бирҙекәева Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында йәшәй. 5 йәш. Йырларға, бейергә, шиғырҙар һөйләргә ярата.
Азалия Ҡаранаева. 6 йәш. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 64-се балалар баҡсаһына йөрөй. Һүрәт төшөрөргә, уҡырға, бейергә ярата.
Самира Әхмәрова. Салауат ҡалаһының 35-се балалар баҡсаһына йөрөй. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә ярата.
Самира Ғыуатова. 5 йәш. Өфө ҡалаһының 326-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Һүрәт төшөрөргә, пластилин менән төрлө һындар әүәләргә, шахмат уйнарға һәм башватҡыстар сисергә ярата шулай уҡ үҙе теләп инглиз телен яратып өйрәнә.
Наҙгөл Ғөбәйҙуллина Өфө ҡалаһынан.4 йәш. Хыялы - табип булыу. Әсәһенән "Аманат" журналын уҡытырға ярата.
Читайте нас: