-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
31 Май 2021, 14:30

ИҢ ҺӨЙКӨМЛӨ ҠЫҘҒА ТАУЫШ БИР!

"Һөтай һылыуы" сиктәрендә лайк иҫәбе буйынса билдәләнә торған "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы өсөн алыш башлана. Ҡыҙҙар менән танышып үтәйек әле.Әлбиттә, еңеүсе ҡыҙҙы, үткән айҙарҙағы кеүек үк, "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул "Дуҫтар һөйөүе"нә эйә була. Нисек тауыш бирергә?✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "тауыш"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 июнгә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "тауыш"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.

Мин - Айһылыу Йәғәфәрова. Бөрйән районы Байназар ауылынан. Миңә - 14 йәш. 7-се синыфты тик "4" һәм "5" билдәләренә генә тамамланым. Бейергә лә, йырларға ла, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам. Тормош девизым "Һәр саҡ алға".
Мин - Наҙгөл Таһирова. Әбйәлил районы Тупаҡ ауылы һылыуымын. Таштимҽр урта мәктәбҽнҽң 6 - сы синыфын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Буш ваҡыттарымда бешеренергә, әсәйемә ярҙам итергә тырышам.
Мин - Айнагөл Тахаува, Әбйәлил районының Каҙмаш ауылынан. Миңә - 6 йәш. Бик ныҡ бҽйҽргә яратам, гимнастика мҽнән дә шөғөлләнәм. Район үҙәгҽнә бҽйҽү түңәрәгҽнә йөрөйөм. "Гүзәлкәй-2021" район конкурсында 3-сө урын яуланым. Хыялым- "Байыҡ"ҡа барып көсөмдө һынап ҡарау.
Мин - Аделина Сөләймәнова, Туймазы районының Серафим ауылында йәшәйем. Мин тыуған ауылымды, мәктәбемде, атайымды-әсәйемде, ҡустым менән һеңлемде бик яратам. Шуға ла уларҙы гел һөйөндөрөп кенә торам. Үҫкәс, теш табибы булырға хыялланам.
Мин - Амалия Яҡупова. Миңә - 7 йәш. Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһынан. 5 йәштән алып һауа акробатикаһы менән шөғөлләнәм. Хыялым үҫкәс теш табибы булыу.
Читайте нас: