+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
19 Август 2021, 17:17

"Һарысай һылыуҡай"ҙары менән танышайыҡ

Дуҫтарым әйҙәгеҙ әле "Һарысай һылыуҡай"ҙары менән танышайыҡ. Ҡыҙҙар, үҙегеҙҙе журнал битендә күрергә теләһәгеҙ, һеҙ ҙә "Ай, һылыу" конкурсында ҡатнашығыҙ!

"Һарысай һылыуҡай"ҙары менән танышайыҡ
"Һарысай һылыуҡай"ҙары менән танышайыҡ

Наҙгөл Вәлеева.

Ғафури районының Каранйылға ауылынан:

Мәктәптә үткәрелгән төрлө сараларҙа, "Аманат"журналындағы конкурстарында һәм дә "Юлдаш" радиоһының уйындарында әүҙем ҡатнашам.

Буш ваҡытымда китап уҡырға, шиғырҙар ижад итергә, бешеренергә,матур-матур гөлдәр үҫтерергә яратам, һәм ата-әсәйема ярҙам итәм.

Киләсәк тормошомдо әсәйем кеүек медицина юлына бәйләргә теләйем.

 

Азалия Дәминдарова.

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан:

“Миңә – 12 йәш.  Бешеренергә яратам, торттарҙың бөтә рецептарын да беләм. Буш ваҡытымда атай-әсәйемә ярҙам итәм, китаптар уҡыйым, бейергә яратам. Киләсәктә  Азалия үҙенең ресторанын асып, тәмле-тәмле аҙыҡтар бешереп Башҡортостандың иң яҡшы һәм дә юғары квалификациялы кулинары булырға теләй”.

 

Айгөл Мортазина.

Учалы районының Ҡобағош ауылынан:

“Миңә – 10 йәш.   “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын ҡыҙыҡһынып уҡырға яратам. Буш ваҡытта  төрлө темаларға һүрәттәр төшөрәм, шиғырҙар ятлайым.  Мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашам. Киләсәктә уҡытыусы булырға теләйем”.

 

Эвелина Вәлиева.

Нуриман районының Ҡыҙыл Яр ауылынан:

“Миңә – 12 йәш.  Футбол,  волейбол уйындарын уйнарға яратам.  Каратэ, киокусинкай түңәрәктәрендә яратып шөғөлләнәм. Район, республикала үткән ярыштарҙа ҡатнашып  призлы урындар яулайым. Киләсәктә –спорт мастеры булып, йәш спорт һөйөүселәр өсөн мәктәп асырға тигән теләк менән гелән алға барам”.

 

Элина Рәхмәтуллина.

Ғафури районының Красноусол ауылынан:

"15 йәштәмен.  Буш ваҡытымда һүрәт  төшөрөргә, велосипедта йөрөргә, әҙәби китаптар уҡырға яратам. Өй эштәрендә әсәйемдең оло ярҙамсыһымын. Киләсәктә хыялым - табип булыу".

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: