+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
12 Ғинуар 2022, 10:36

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ.     

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

Сабина ЗАҺИРОВА. Учалы районының Ураҙ ауылынан.

“Мин 6-сы синыфында тик “4”-ле һәм “5”-ле билдәләренә генә уҡыйым. Спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнашам. Ә бейеү – минең иң яратҡан шөғөлөм. Сәхнәлә үҙ-үҙемде онотоп, бар күңелемде һалып, сығыш яһайым. Район, ҡала конкурстарында тик призлы урындар яулайым.  Киләсәгемде сәхнә менән бәйләмәһәм дә, бейеүҙе мәңге ташламаясаҡмын”.

 

Регина МУЛЛАБАЕВА, Белорет ҡалаһынан.

“Мин 1-се синыфында уҡыйым. Лицейҙа төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм. Шахмат уйнарға, йырларға, бейергә яратам. Әсәйемә йорт эштәрендә ярҙамлашам. Ял көндәре ауылға барып, өләсәйемдең хәлен беләм, уға ла ярҙам итәм. Иң яратҡаным йорт хайуандары менән булышыу, уларҙы ашатыу, тәрбиәләү. Баҡсала ла ярҙамлашам, емеш-еләк, йәшелсәләргә һыу һибәм, сүп-сарын утайым.”

 

Камила СӘФӘРҒӘЛИНА.  Белорет ҡалаһынан.

“Әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһында 6-сы синыфта белем алам. Тиҫтәрҙәремдән ҡалышмай уҡыуҙа ла, спортта ла сәмләнеп, тик алға барам. Баскетбол, черлидинг, ҡул эштәре түңәрәктәренә яратып йөрөйөм. Ял көндәрендә әсәйемә тәмлекәстәр бешерегә ярҙам итәм. Киләсәктә хыялым табип булыу.”

 

Айлина ФӘХРИТДИНОВА. Белорет районының Сермән ауылынан.

“Минһеҙ төрлө конкурстар, байрам концерттар үтмәй. Йырларға, бейергә һәм һүрәт төшөрөргә яратам. Райондың “Инйәр” хазиналар конкурсында дүрт йәшемдән алып ҡатнашам. Өй тирәһендә ярҙамлашыусы, әсәйемдең уң ҡанаты ла мин.”

 

Алина ХӘМИТОВА. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан.

“Мин 3-сө синыфта белем алам. Кикбоксинг менән шөғөлләнәм, Айкидо буйынса 9-сы КЮ дәрәжәм бар. Уҡыуҙан тыш, мәктәптә төрлө түңәрәктәргә лә йөрөйөм. Бейергә, һүрәт төшөрөргә, тегенергә, әсәйемә лә ярҙамлашырға  өлгөрәм”.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: