-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
23 Март 2022, 11:26

“Аманат”тың йыл һылыуы – 2021 – Алтынай Әбсәләмова.

Йыл дауамында барған сираттағы һылыуҡайҙар конкурсы “Ай, һылыу!”ға йомғаҡ яһалды. Бәйге быйыл да һәр ваҡыттағыса бик көсөргәнешле барҙы. Һәр ай һайын “Ай, һылыуы” исеменә лайыҡ булған 12 ҡыҙҙың һәммәһе лә беренселеккә сығырлыҡ ине. Ләкин кемдер берәү еңеүсе булырға тейеш бит!

“Аманат”тың йыл һылыуы – 2021 – Алтынай Әбсәләмова.
“Аманат”тың йыл һылыуы – 2021 – Алтынай Әбсәләмова.

Шулай итеп, 2021 йылдың Йыл һылыуы исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Алтынай Әбсәләмова лайыҡ булды!

– Һаумы, Алтынай һылыу! Исемең бигерәк  матур, кем ҡушҡан?

 - Һаумыһығыҙ! Атайым менән әсәйем мине алтын кеүек ҡиммәтл, ай кеүек сағыу, яҡты булһын тип яратып Алтынай тип ҡушҡандар.Алтынай һүҙенең мәғәнәһелә таҙалыҡ, матурлыҡты аңлата.

– Нисәнсе синыфта белем алаһың?

– Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11-се һанлы мәктәбенең 1”А” синыфында тик “5” билдәләренә генә белем алам. Уҡыуы бик оҡшай. Шулай уҡ 1-се синыфта уҡый башлауыма ғына ҡарамаҫтан мәктәптә, ҡала һәм Республика кимәлдәрендә үткән һүрәт һәм шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашып призлы урындар алдым.

– Буш ваҡыттарыңда нимә менән шөғөлләнәһең?

– Буш ваҡыттарым уҡый башлағас улай уҡ юҡ. Шулай ҙа дәрестәрҙән тыш “Флоксики” вокал ансамбленә һәм бассейнға йөрөйөм. Ял көндәрендә ҡул эштәре төҫлө ҡағыҙ менән төрлө аппликациялар, бисер менән балдаҡ, браслеттар эшләргә, пластилиндан төрлө һындар әүәләргә, һүрәт төшөрөргә яратам.

- Бер туған ҡустың  бар? Исеме нисек?

– Исеме Самир, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Мин ҡустымды һүрәт төшөрөргә, хәрефтәр, һандар  яҙырға өйрәтәм.

– “Аманат” журналын уҡыйһыңмы?

– Тәүҙә әсәйем “Аҡбуҙат” журналы алдыра ине, хәҙер “Аманат”журналы ла өйгә килә. Журналдың һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам, тиҫтерҙәрҙең ижады менән ҡыҙыҡһынам, бәлки артабан шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙып ҡарармын.

– Кемдән өлгө алаһың?

– Тормошта атайым менән әсәйем миңә бар яҡлап та өлгө булып тора. Уларҙың күркәм сифаттарын үҙемдә лә күргем килә. Самир ҡустыма ла үрнәк булырға тырышам.

– Киләсәктә кем булырға хыялланаһың?

– Мин йорт хайуандарын яратам. Шуға күрә киләсәктә хужаһыҙ ҡалған бесәй һәм эттәргә ярҙам итә торған һөнәр һайлағым килә. Ниндәй һөнәр һайлаһам да, тыуған илемә кәрәкле кеше булырмын тип уйлайым.

– Ә журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?

– “Аманат” журналына һәр ваҡыт яҙылып, унда уҙғарылған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып торһондар!

Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.

 

“Ай, һылыу!” конкурсы 2022 йылда ла дауам итә!

Уның шарты буйынса, ҡатнашыусылар араһынан ай һайын бер ай һылыуы билдәләнеп, фотоһы журналда баҫылып барасаҡ. Ә йыл һуңында 12 ай һылыуы араһынан иң-иңе Йыл һылыуы исемен аласаҡ, еңеүсенең фотоһы журнал тышында сығасаҡ. Һеҙҙән сифатлы фотоһүрәттәр көтәбеҙ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: